Һауа торошо Погода
29 Октября 2024, 07:15

Ҡыш һулышы һиҙелә

Ейәнсурала киләһе көндәргә һауа торошо прогнозы

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыш һулышы һиҙеләҠыш һулышы һиҙелә
Ҡыш һулышы һиҙелә

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында ҡар ҡатыш ямғыр яуа.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 29 октябрҙә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +1...+4 булһа төндә –3 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.

Октябрҙең һуңғы ике көнөндә, 30 һәм 31-ендә, болотло булыуы, бер аҙ ямғыр һәм ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы +2...+5 градус күрһәтәсәк, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев