Һауа торошо Погода
2 Ноября 2024, 04:35

Ҡарлы ямғырҙарҙан һуң һыуыта

Ейәнсурала киләһе көндәргә һауа торошо прогнозы

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡарлы ямғырҙарҙан һуң һыуытаҠарлы ямғырҙарҙан һуң һыуыта
Ҡарлы ямғырҙарҙан һуң һыуыта

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында һыуыта.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 2 ноябрҙә, болотло була, епшек ҡар һәм ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +3...+8 булһа, төндә +10 градусҡа тиклем күтәрелә. Башлыса көньяҡ-көнбайыштан көслө – секундына 10 метрға тиклем тиҙлектә ел иҫә.

Йәкшәмбелә, 3 ноябрҙә, аяҙлы-болотло булыуы, һауа температураһы түбәнәйеүе – көндөҙ –1...0, төндә –4...–3 градус булыуы көтөлә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.

Аҙна башында, 4 ноябрҙә, болотло була, төндә ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Термометр бағанаһы көндөҙ –1, төндә –3...–2 градус күрһәтәсәк, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев