-4 °С
Болотло
Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында һауа температураһы түбәнәйә.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 6 ноябрҙә, кисен һәм төндә болотло була, ҡар яуа, буран сыға. Һауа температураһы көндөҙ –6...–4 градус тәшкил итә. Ел көнбайыштан секундына 6-7 м тиклем тиҙлектә иҫә.
Кесаҙнала, 7 ноябрҙә, болотло була, бер аҙ ҡар яуа. Һауа температураһы иртәнсәк –8 градусҡа тиклем түбәнәйә, көндөҙ –6...–5, төндә –6...–8 градус булыуы көтөлә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.
Йомала, 8 ноябрҙә, шулай уҡ болотло, әммә яуым-төшөмһөҙ була. Термометр бағанаһы –5...–3 градус күрһәтәсәк, тип прогнозлай синоптиктар.