-5 °С
Ҡар
Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында һауа температураһы түбәнәйә.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 10 ноябрҙә, болотло була, ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +1...+2,төндә –6...+1 градус тәшкил итә. Ел көнбайыштан секундына 4-6 м тиклем тиҙлектә иҫә.
Киләһе аҙна башында, 11 һәм 12 ноябрҙә, болотло була, бер аҙ ҡар яуа. Һауа температураһы иртәнсәк көндөҙ –5...–4, төндә –8...–7 градус булыуы көтөлә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә, тип прогнозлай синоптиктар.