Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
14 Ноябрь , 09:35

Ҡар ҡатыш ямғыр яуа

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы имен булмаған һауа шарттары тураһында иҫкәртте

Ҡар ҡатыш ямғыр яуа
Ҡар ҡатыш ямғыр яуа

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы киләһе көндәрҙә һауа торошона бәйле республиканың айырым райондарында тайғаҡ һәм юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлөүе тураһында иҫкәртте.

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында сағыштырмаса йылы була, ҡар ҡатыш ямғыр яуа.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 14 ноябрҙә, кисен һәм төндә болотло була, көндөҙ бер аҙ ямғыр, төндә ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ –1...0, төндә –2 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 3-4 м тиклем тиҙлектә иҫә.

Киләһе ике көндө, 15 һәм 16 ноябрҙә һауа торошонда ҙур үҙгәрештәр көтөлмәй. Шулай уҡ болотло була, ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Термометр бағанаһы –2...–0 градус күрһәтәсәк. Ел башлыса көньяҡтан секундына 3-5 м тиҙлектә иҫә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: