Һауа торошо Погода
18 Ноября 2024, 04:35

Ай аҙағында һыуытасаҡ

Ейәнсура районында көҙ аҙағына һәм ҡыш башына синоптиктар прогнозы

Добавить в предпочтительные источники Google
Ай аҙағында һыуытасаҡАй аҙағында һыуытасаҡ
Ай аҙағында һыуытасаҡ

Ҡыш яҡынлашыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда көндәр башлыса йылы тора. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, ноябрҙең икенсе декадаһында уртаса тәүлек һауа температураһы норманан 1-2 градусҡа юғарыраҡ.

Гисметео прогнозынан күренеүенсә, Ейәнсурала киләһе көндәрҙә лә шундай һауа торошо һаҡланасаҡ. 24 ноябргә ҡәҙәр һауа температураһы –4...+1 градус тәшкил итә. Башлыса болотло көндәр, ваҡыты менән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә.

Тик киләһе аҙна башынан, 25 ноябрҙән тотороҡло һыуыта башлай – һауа температураһы плюсҡа сыҡмай. Шул уҡ ваҡытта ҡаты һыуыҡтар ҙа күҙалланмай. Ноябрь аҙағында – декабрь башында термометр бағанаһы төндәрен –8 градусҡа тиклем түбәнәйеп, көндөҙ –5...–3 градус күрһәтәсәк. Күберәк болотло булыуы, аҙна уртаһында ҡар яуыуы көтөлә.

Автор:Юлай Мурзабаев