Һауа торошо Погода
20 Ноября 2024, 05:43

Башҡортостанды аномаль йылы һауа торошо көтә

Бөгөн, 20 ноябрҙә, атмосфера фронты Башҡортостанға епшек ҡар һәм ямғыр алып килә. Был хаҡта Башгидрометтан хәбәр иттеләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Нас ждет аномально теплая погодаНас ждет аномально теплая погода
Нас ждет аномально теплая погода

Республикала урыны менән боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙың айырым участкаларында тайғаҡ булыуы фаразлана.

«Аҙнаның икенсе яртыһында Башҡортостанда һауа торошон антициклондың көнбайыш периферияһы билдәләй. Көньяҡ киңлектәрҙән йылы һауа массаһы килә», — тип билдәләне синоптиктар.

Был көндәрҙә һауа температураһының ыңғай аномалиялары көтөлә. Уртаса һауа температураһы норманан 4-6 градусҡа юғарыраҡ була. Һауа температураһы төндә 0, -5, аяҙытҡанда көньяҡ-көнсығышта -10, көндөҙ 3, -2 градус.

Республикала урыны менән бер аҙ яуым-төшөм һәм боҙлауыҡ булыуы ихтимал.

Автор: Айна Имангулова