Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
30 Ноябрь , 09:50

Көндәр йылыта, епшек ҡар яуа

Ейәнсурала киләһе көндәргә һауа торошо прогнозы

Көндәр йылыта, епшек ҡар яуа
Көндәр йылыта, епшек ҡар яуа

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында епшек ҡар яуа.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 30 ноябрҙә, болотло, әммә яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ –6...–3, төндә –4 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнбайыштан секундына 3-4 м тиклем тиҙлектә иҫә.

Ҡыштың тәүге көнөндә, 1 декабрҙә, шулай уҡ болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы –3...–1 градус булыуы көтөлә. Ел башлыса көнбайыштан секундына 2-3 м тиклем тиҙлектә иҫә.

Киләһе аҙна башында, 2 декабрҙә, ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы –2...–3 градус күрһәтәсәк, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: