Һауа торошо Погода
4 Декабря 2024, 04:35

17 градусҡа тиклем һыуыта

Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе

Добавить в предпочтительные источники Google
17 градусҡа тиклем һыуыта17 градусҡа тиклем һыуыта
17 градусҡа тиклем һыуыта

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала урыны менән епшек ҡар яуыуы, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, һауа температураһы көндөҙ –4... +4 градус.

Кесаҙна, 5 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуа, көндөҙ урыны менән уртасаға тиклем, айырым райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан һәм төньяҡтан, талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә –7...–2 градус, аяҙытҡанда –12-гә тиклем. Көндөҙ –5...0 градус.

Йома, 6 декабрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел төньяҡтан, талғын. Һауа температураһы төндә –12... –7 градус, аяҙытҡанда –17 градусҡа тиклем түбәнәйә. Көндөҙ –10...–5.

Автор:Юлай Мурзабаев