Һауа торошо Погода
8 Декабря 2024, 04:35

25 градусҡа тиклем һыуыта

Ейәнсурала киләһе көндәргә һауа торошо прогнозы

Добавить в предпочтительные источники Google
25 градусҡа тиклем һыуыта25 градусҡа тиклем һыуыта
25 градусҡа тиклем һыуыта

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында бер аҙ йылыта һәм яуым-төшөмһөҙ була.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 8 декабрҙә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ –18...–15, төндә –25...–22 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.

Иртәгә, 9 декабрҙә, болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ –17...–13, төндә  –16...–13 градус була. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.

Киләһе аҙна икенсе көнөндә, 10 декабрҙә, шулай уҡ болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Термометр бағанаһы –10...–8 градус күрһәтәсәк, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев