Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында ҡар яуа, буран сыға.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 12 декабрҙә, көндөҙ бер аҙ, төндә көслө ҡар яуа, буран сыға. Һауа температураһы көндөҙ –5...–3, төндә –3...–2 градус тәшкил итә. Ел көньяҡтан секундына 6-7 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 13 декабрҙә, шулай уҡ ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ –4...–1, төндә –6...–5 градус була. Ел көньяҡ-көнбайыштантан секундына 4-6 м тиҙлектә иҫә.
Шәмбелә, 14 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуа. Термометр бағанаһы –8...–6 градус күрһәтһә, төндә –14 градусҡа тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.