Һауа торошо Погода
16 Декабря 2024, 04:35

Юлға сыҡмай тороу хәйерле

Киләһе көндәр ҡар-буранлы була

Добавить в предпочтительные источники Google
Юлға сыҡмай тороу хәйерлеЮлға сыҡмай тороу хәйерле
Юлға сыҡмай тороу хәйерле

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында ҡар яуа, буран сыға.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 16 декабрҙә, ҡар яуа, буранлай. Һауа температураһы –4...–2 градус тәшкил итә. Ел көньяҡтан секундына 9-10 м тиҙлектә иҫә.

Шишәмбелә, 17 декабрҙә, шулай уҡ ҡар яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы –2 градус күрһәтә. Ел көньяҡтан секундына 5-6 м тиҙлектә иҫә.

Шаршамбыла, 18 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуа. Һауа температураһы көндөҙ –2...–1 градус булһа, төндө –6 градусҡа тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев