Һауа торошо Погода
20 Декабря 2024, 04:35

Ял көндәрендә һауа торошо ҡапыл үҙгәрә

Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда –23 градустан 0-гә тиклем «температура тирбәлеүе» көтөлә

Добавить в предпочтительные источники Google
Ял көндәрендә һауа торошо ҡапыл үҙгәрәЯл көндәрендә һауа торошо ҡапыл үҙгәрә
Ял көндәрендә һауа торошо ҡапыл үҙгәрә

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, шәмбе, 21 декабрҙә, төндә һәм көндөҙ бер аҙ ҡар яуа, епшек ҡарға әйләнә, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә –13...18 градус, аяҙытҡанда –23-кә тиклем түбәнәйә, көндөҙ –2...-7 градус тәшкил итәсәк.

Йәкшәмбе, 22 декабрҙә, бер аҙ ҡар һәм епшек ҡар яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ булыуы, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә –2... –7, аяҙытҡанда –12, көндөҙ 0...5 градус.

Автор:Юлай Мурзабаев