Һауа торошо Погода
28 Декабрь 2024, 05:35

Яңы йыл ҡар-бурандар менән килә

Ейәнсура районында декабрь аҙағында һауа торошо прогнозы

Яңы йыл ҡар-бурандар менән киләЯңы йыл ҡар-бурандар менән килә
Яңы йыл ҡар-бурандар менән килә

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә һыуытҡандан һуң тағы йылыта, ҡар яуа.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 28 декабрҙә, болотло була, еңелсә ҡар яуа. Һауа температураһы –6...–4 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.

Иртәгә, 29 декабрҙә, кискә ҡарай аяҙыта. Термометр бағанаһы көндөҙ –8...–5 градус күрһәтһә, төндә –17-гә тиклем түбәнәйә. Ел төньяҡтан, еңелсә.

Йылдың һуңғы ике көнөндә, 30 һәм 31 декабрҙә, көндәр ҡабат йылына. 31-ендә мул итеп ҡар яуыуы, буран сығыуы көтөлә. Һауа температураһы –3...–5 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас