Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында йылыта, ҡар яуа, буран сыға.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 1 ғинуарҙа, болотло була, бер аҙ ҡар яуа. Һауа температураһы көндөҙ –4...–2, төндә –8...–6 градус тәшкил итә. Ел көнбайыштан секундына 5-6 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 2 ғинуарҙа, ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, буран сығыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ –6...–2 , төндә –6...–5 градус була. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 6-8 м тиҙлектә иҫә.
Йома көндө, 3 ғинуарҙа, болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Термометр бағанаһы көндөҙ –1...0 градус күрһәтә, тип прогнозлай синоптиктар.