Һауа торошо Погода
5 Января 2025, 04:35

Көслө ел, епшек ҡар

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы имен булмаған һауа шарттары тураһында иҫкәртте

Көслө ел, епшек ҡарКөслө ел, епшек ҡар
Көслө ел, епшек ҡар

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы белдереүенсә, республикала урыны менән сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ, буран, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе, көнсығышта көслө ҡар, айырым урындарҙа автомобиль юлдары участкаларында күреү мөмкинлеге 500 метрға һәм унан да кәмерәккә насарайыуы көтөлә.

5 ғинуарҙа болотло була. Епшек ҡар, көнсығышта көслө ҡар яуа. Урыны менән буран, боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырый, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 8-13 метр, урыны менән 15-20 м/с. Һауа температураһы көндөҙ –3...+2 градус, кискә табан –8 градусҡа тиклем тиклем түбәнәйә. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында мөмкинлеге 500 метрға һәм унан да кәмерәккә насарая.

6 ғинуарҙа аяҙлы-болотло, бер аҙ ҡар яуа, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 8-13 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә –13...–8, аяҙытҡанда –18, көндөҙ –10...–5 градус.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас