Бөтә яңылыҡтар

Бурандар ҡасан баҫылыр

Ейәнсура районында киләһе көндәргә һауа торошо прогнозы

Бурандар ҡасан баҫылыр
Бурандар ҡасан баҫылыр

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында аҙна аҙағында аяҙыта һәм һыуыта.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 9 ғинуарҙа, болотло була, көндөҙ бер аҙ, төндә мул итеп ҡар яуа, һепертмә буран сыға. Һауа температураһы –4...–3 градус тәшкил итә. Ел көньяҡтан секундына 6-7 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 10 ғинуарҙа, шулай уҡ болотло була, ҡар яуа. Термометр бағанаһы –4...–3 градус күрһәтә. Ел көньяҡтан, еңелсә.

Ял көндәрендә көндәр аяҙыуы һәм һыуытыуы фаразлана. Һауа температураһы көндөҙ –10...–5 градус тәшкил итһә, төндәрен –16 градусҡа тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: