Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында бер аҙ йылыта, ҡар яуа.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 13 ғинуарҙа, аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ –10...–6, төндә –14...–12 градус тәшкил итә. Ел башлыса көнсығыштан, талғын.
Иртәгә, 14 ғинуарҙа, болотло булыуы, ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ –7...–6 , төндә –8...–6 градус була. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.
Шаршамбыла, 15 ғинуарҙа, шулай уҡ болотло була, бер аҙ ҡар яуа. Термометр бағанаһы көндөҙ –8...–6 градус күрһәтә, тип прогнозлай синоптиктар.