Һауа торошо Погода
17 Ғинуар 2025, 04:35

Йылыта, епшек ҡар яуа

Ейәнсура районында аҙна аҙағына һауа торошо прогнозы

Йылыта, епшек ҡар яуаЙылыта, епшек ҡар яуа
Йылыта, епшек ҡар яуа

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында аҙна аҙағында йылыта, ҡар ҡатыш ямғыр яуа.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 17 ғинуарҙа, аяҙлы-болотло була, яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы көндөҙ –13...–11, төндә –15...–14 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.

Иртәгә, 18 ғинуарҙа, болотло була, төндә бер аҙ ҡар яуа. Термометр бағанаһы көндөҙ –11...–8, төндә –9...–6  градус күрһәтә. Ел көнсығыштан, еңелсә.

Йәкшәмбелә, 19 ғинуарҙа, болотло булыуы, ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы –4..–2 тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас