Алдағы өс көндә Башҡортостанда һыуытасаҡ. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 20 ғинуарҙа, бер аҙ ҡар һәм епшек ҡар, юлдарҙа көрт, боҙлауыҡ фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 0,-5 градус.
Шишәмбе, 21 ғинуарҙа, төндә ҡар, көндөҙ аҙ ғына. Юлдарҙа көрт, боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -7,-12, көн дауамында -17,-22 градусҡа тиклем түбәнәйә.
Шаршамбы, 22 ғинуарҙа, төндә урыны менән бер аҙ ҡар, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан талғын, төндә урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -18,-23 градус, аяҙытҡанда -28-гә тиклем, көндөҙ -15,-20 градус.