Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында бер аҙ йылыта.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 25 ғинуарҙа, болотло була, еңелсә ҡар яуа. Һауа температураһы –13...–2 градус тәшкил итә. Ел көнсығыштан, талғын.
Иртәгә, 26 ғинуарҙа, шулай уҡ болотло булыуы, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ –11...–9 , төндә –14...–13 градус була. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.
Киләһе аҙнаның тәүге көнөндә, 27 ғинуарҙа, болотло була, еңелсә ҡар яуа. Термометр бағанаһы көндөҙ –13...–10 градус күрһәтә, тип прогнозлай синоптиктар.