Бөтә яңылыҡтар
10
Һауа торошо Погода
2 Февраль , 09:20

Киләһе көндәр һыуығыраҡ була

Ейәнсура районында һауа торошо прогнозы

Киләһе көндәр һыуығыраҡ була
Киләһе көндәр һыуығыраҡ була

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында бер аҙ һыуыта.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 2 февралдә, болотло була, еңелсә ҡар яуа. Һауа температураһы көндөҙ 0...+1 градус, төндә –3...–1 градус  тәшкил итә. Ел көньяҡтан, талғын.

Киләһе аҙнаның тәүге ике көнөндә, 3 һәм 4 февралдә, шулай уҡ болотло була, бер аҙ ҡар яуа. Термометр бағанаһы көндөҙ –4...–2 градус күрһәтә, ә төндә –6 градусҡа тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: