Бөтә яңылыҡтар
10
Һауа торошо Погода
14 Февраль , 09:25

Ҡар яуа, буранлай

Ейәнсура районында ял көндәренә һауа торошо прогнозы

Ҡар яуа, буранлай
Ҡар яуа, буранлай

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында аҙна аҙағында мул итеп ҡар яуа, буран сыға.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 14 февралдә, аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ –11...–7, төндә –7 градус тәшкил итә. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан иҫә, талғын.

Иртәгә, 15 февралдә, болотло булыуы, еңелсә ҡар яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы –6...–5 күрһәтә. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан секундына 3-6 м тиҙлектә иҫә.

Йәкшәмбелә, 16 февралдә, көслө ҡар яуа, буран сыға. Һауа температураһы көндөҙ –4...–1 градус күрһәтһә, төндә –8-гә тиклем түбәнәйә. Ел көньяҡтан секундына 8-10 м тиҙлектә иҫә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: