Һауа торошо Погода
18 Февраля 2025, 04:25

Утыҙ градусҡа тиклем һыуыта

Ейәнсура районында киләһе көндәргә һауа торошо прогнозы

Утыҙ градусҡа тиклем һыуытаУтыҙ градусҡа тиклем һыуыта
Утыҙ градусҡа тиклем һыуыта

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында яҡын көндәрҙә сатлама һыуыҡ була.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 18 февралдә, аяҙлы-болотло һәм аяҙ, яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ –17...–4, төндә –30...–24 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнбайыштан иҫә, еңелсә.

Иртәгә, 19 февралдә, аяҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ –20...–14, төндә –26...–24 күрһәтә. Ел төньяҡтан, талғын.

Кесаҙнала, 20 февралдә, шулай уҡ аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ –17...–11 градус күрһәтһә, төндә –22-гә тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас