+11 °С
Болотло
Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, ял көндәрендә Ейәнсура районында күпләп ҡар яуа.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 22 февралдә, болотло була, ҡар яуа, буран сыға. Һауа температураһы –8...–6 градус тәшкил итә. Ел башлыса төньяҡ-көнсығыштан секундына 6-7 м тиҙлектә иҫә.
Ватанды һаҡлаусылар көнөндә шулай уҡ болотло була, ҡар яуа. Термометр бағанаһы көндөҙ –7 градус күрһәтә, ә төндә –11 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ел төньяҡ-көнсығыштан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.
Киләһе аҙнаның тәүге көнөндә, 24 февралдә, күпләп ҡар яуа. Һауа температураһы –11...–8 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.