Һауа торошо Погода
22 Март 2025, 05:00

Көндөҙ йылы, төндә һыуыҡ

Ейәнсура районында ял көндәренә һауа торошо прогнозы

Көндөҙ йылы, төндә һыуыҡКөндөҙ йылы, төндә һыуыҡ
Көндөҙ йылы, төндә һыуыҡ

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында ял көндәрендә минус 8 градусҡа тиклем һыуыта.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 22 мартта, аяҙ  була. Һауа температураһы көндөҙ +2...+5, төндә –3...–2 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртесән, еңелсә.

Иртәгә, 23 мартта, шулай уҡ аяҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +3... +4 градус күрһәтһә, төндә –8 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас