Башгидрометтан хәбәр итеүҙәренсә, ошо аҙна аҙағында республикаға ямғырҙар, улар менән бергә һалҡындар киләсәк. Һауа температураһы төндә -2,+3 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк. Шуға күрә төндә яуым-төшөм ҡар рәүешендә була. Көндөҙ +5,+10 градус булыуы көтөлә.
Гисметео метеорологтары хәбәр итеүенсә, һалҡын һауа торошо апрелдең 20-һенә тиклем дауам итәсәк. Ямғырҙар көн һайын яуасаҡ. Көндөҙ термометр бағанаһы +10,+12 градусҡаса күтәреләсәк. Төндә -1, +5 градус булыуы көтөлә.
Ямғырҙар 20 апрелдән һуң ғына туҡтаясаҡ, һауа температураһы күтәрелә башлаясаҡ.
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2025-04-03/kire-ar-yauasa-4181939