Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында ял көндәрендә йәйгесә йылы була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 5 апрелдә, башлыса аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +14...+18, төндә +6...+11 градус тәшкил итә. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан секундына 5-8 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 6 апрелдә, аяҙлы-болотло булыуы, төндә бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +20 градусҡа тиклем күтәрелһә, төндә +6...+10 градус күрһәтә. Ел көньяҡтан, талғын, тип прогнозлай синоптиктар.