Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә һыуытыуы һәм ямғыр яуыуы көтөлә.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 9 апрелдә, аяҙлы-болотло була, яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы көндөҙ +14...+17, төндә +6..+9 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 10 апрелдә, башлыса болотло була, ямғыр яуа. Термометр бағанаһы көндөҙ +5...+11 градус күрһәтһә, төндә +1-гә тиклем түбәнәйә. Ел башлыса төньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан секундына 4-6 м тиҙлектә иҫә.
Йомала, 11 апрелдә, шулай уҡ болотло була, бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +4...+6, төндә +2...+3 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.