Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә һыуыта.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 13 апрелдә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +10...+13, төндә +2 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеҙсән, талғын.
Киләһе аҙнаның беренсе көнөндә, 14 апрелдә, аяҙлы-болотло була, көндөҙ бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Термометр бағанаһы көндөҙ +9 градусҡа тиклем күтәрелһә, төндә –1-гә тиклем түбәнәйә. Ел көнбайыштан һәм төньяҡ-көнбайыштан, секундына 4-6 м тиҙлектә иҫә, тип прогнозлай синоптиктар.