

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә һауа температураһы 26 градусҡа тиклем күтәрелә.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 21 апрелдә, башлыса аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +22...+25, төндә +5...+13 градус тәшкил итә. Ел көнбайыштан һәм көньяҡ-көнбайыштан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 22 апрелдә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +23...+26, төндә +6...+14 градус күрһәтә. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Шаршамбыла, 23 апрелдә, шулай уҡ аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +22...+24, төндә +9...+15 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.