Һауа торошо Погода
29 Апреля 2025, 04:35

Көндәр ҡасан йылына?

Ейәнсура районында апрель аҙағына, май башына һауа торошо прогнозы

Көндәр ҡасан йылына?Көндәр ҡасан йылына?
Көндәр ҡасан йылына?

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында бер аҙ йылыта.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 29 апрелдә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +7...+10, төндә –2...+3 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, тиҙлеге секундына 9-10 метрға тиклем көсәйә.

Иртәгә, 26 апрелдә, шулай уҡ аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +12...+14, төндә +4...+7 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, сеундына 6-8 м тиҙлектә иҫә.

Яҙ һәм хеҙмәт байрамында, 1 майҙа, болотло була, бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +14...+15, төндә +5...+10 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас