

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе аҙна башында йылыта.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 3 майҙа, көндөҙ болотло була, ямғыр яуа, төндә аяҙыта. Һауа температураһы көндөҙ +12...+16, төндә +2...+10 градус тәшкил итә. Ел көньяҡтан һәм көнбайыштан секундына 3-5 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 4 майҙа, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +14...+18, төндә +6...+11 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.
Киләһе аҙнаның беренсе көнөндә, 5 майҙа, башлыса аяҙ була. Термометр бағанаһы көндөҙ +24 градусҡа тиклем күтәрелһә, төндә +9...+14 градус күрһәтә, тип прогнозлай синоптиктар.