

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында болотло була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 7 майҙа кискә табан болотлай, яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы көндөҙ +20...+23, төндә +12...+16 градус тәшкил итә. Ел төньяҡтан секундына 2-4 метр тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 8 майҙа, болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +18...+21, төндә +8...+14 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.
Еңеү көнөндә, 9 майҙа, аяҙлы-болотло була, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +20...+23, төндә +9...+14 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.