

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында аҙна башында ямғыр яуа.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 11 майҙа, болотло була, ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +14...+16, төндә +11...+12 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.
Киләһе аҙна башында, 12 майҙа, шулай уҡ болотло була, күк күкрәп, ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +17...+19, төндә +13...+14 градус тәшкил итә. Ел көнбайыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Шишәмбелә, 12 майҙа, болотло, әммә яуым-төшөмһөҙ була. Термометр бағанаһы көндөҙ +24 градусҡа тиклем күтәрелһә, төндә +15...+17 градус күрһәтә, тип прогнозлай синоптиктар.