Бер аҙ йылыта

Ейәнсура районында киләһе көндәргә һауа торошо прогнозы

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәр яуым-төшөмһөҙ була.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 15 майҙа, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +17...+19, төндә +6...+13 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.

Иртәгә, 16 майҙа, шулай уҡ болотло, әммә яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +19...+21, төндә +10...+14 градус тәшкил итә. Ел башлыса төньяҡтан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.

Шәмбелә, 17 майҙа, аяҙлы-болотло була, яуым-төшөмһөҙ көтөлмәй. Термометр бағанаһы көндөҙ +20...22 градус, төндә +9...+16 градус күрһәтә, тип прогнозлай синоптиктар.

Читайте нас