Ҡырау төшә, ел көсәйә

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә

Ҡырау төшә, ел көсәйәҠырау төшә, ел көсәйә
Ҡырау төшә, ел көсәйә

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы хәүефле һәм насар һауа шарттары тураһында хәбәр итте.

Бөгөн, 17 майҙа, аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ була. Ел төньяҡтан, тиҙлеге 5-10 м/с, айырым райондарҙа 15 м/с тиклем. Һауа температураһы төндә +2... +7°С, урыны менән +12°С, ҡайһы бер таулы райондарҙа һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, –2°С, ҡырау төшә, көндөҙ +17... +22°С. Төндә һәм иртән автомобиль юлдарының айырым участкаларында томан, күреү мөмкинлеге 500-1000 м.

18.05.2025. Яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан секундына 2-7 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә +3... +8°с, урыны менән һауала һәм тупраҡ өҫтөндә –2°С-ҡа тиклем, ҡырау төшә, көндөҙ +17... +22°С.

19.05.2025. Төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, йәшен. Ел көнбайыштан көньяҡҡа күсә, төндә 1-6 м/с, көндөҙ 5-10 м/с, айырым райондарҙа 17 м/с тиклем көсәйә. Һауа температураһы төндә +5...+10°С, көндөҙ +18...+23°С.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас