Ял көндәрендә һалҡынса була

Ейәнсура районында киләһе көндәргә һауа торошо прогнозы

Ял көндәрендә һалҡынса булаЯл көндәрендә һалҡынса була
Ял көндәрендә һалҡынса була

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында ял көндәрендә һауа температураһы түбәнәйә, яуым-төшөм көтөлмәй.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 23 майҙа, башлыса аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +17...+19, төндә +6 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнбайыштан һәм төньяҡтан секундына 5-7 м тиҙлектә

Ял көндәрендә, 24-25 майҙа, аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +17...+18 градус күрһәтһә, төндә +6 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ел башлыса төньяҡтан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас