

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында йылы һәм яуым-төшөмһөҙ була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 27 майҙа аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +24, төндә +10 градус тирәһе тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.
Иртәгә, 28 майҙа, шулай уҡ аяҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +26, төндә +12 градус күрһәтә. Ел төньяҡтан секундына 3-4 метр тиҙлектә иҫә.
Кесаҙнала, 29 майҙа, аяҙлы-болотло була, яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы көндөҙ +28-гә тиклем күтәрелә, төндә +14 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.