Йылыта, ямғыр яуа

Ейәнсура районында Ҡорбан байрамында ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа торошо прогнозы

Йылыта, ямғыр яуаЙылыта, ямғыр яуа
Йылыта, ямғыр яуа

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә йылыраҡ була.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 4 июндә, башлыса аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +21...+22, төндә +13...+19 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә

Иртәгә, 5 июндә, аяҙлы-болотло була. Термометр бағанаһы көндөҙ +29 градусҡа тиклем күтәрелһә, төндә +17 градусҡа  күрһәтә. Ел көньяҡтан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.

Ҡорбан байрамында, 6 июндә, болотло була, бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +24...+26, төндә +18 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас