

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда бөгөн көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ҡайһы бер райондарҙа йәшен, боҙ-борсаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +22... +27 градус.
Шишәмбе, 17 июндә, урыны менән йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +11...+16 градус, көндөҙ +21...+26.
Шаршамбы, 18 июндә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен көтөлә. Һауа температураһы төндә +9...+14, көндөҙ +19...+24.