Һауа торошо Погода
20 Июня 2025, 03:25

Ямғырҙар туҡтаймы?

Ейәнсура районында киләһе көндәргә һауа торошо прогнозы

Ямғырҙар туҡтаймы?Ямғырҙар туҡтаймы?
Ямғырҙар туҡтаймы?

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында ял көндәрендә һалҡынса була, ямғыр яуа.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 20 июндә, башлыса болотло була, ямғыр яуа, төндә аяҙыта. Һауа температураһы көндөҙ +20, төндә +13 градус тәшкил итә. Ел көнбайыштан һәм көньяҡ-көнбайыштан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.

Ял көндәрендә, 21 һәм 22 июндә, шулай уҡ болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +20...+22 градус күрһәтһә, төндә +14...+15 градус күрһәтә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас