Һауа торошо Погода
24 Июнь 2025, 03:35

Тағы ямғырҙар

Ейәнсура районында киләһе көндәргә һауа торошо прогнозы

Тағы ямғырҙарТағы ямғырҙар
Тағы ямғырҙар

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында аҙна уртаһында ҡойма ямғыр яуа.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 24 июндә, аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +20, төндә +12 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнбайыштан секундына 4-6 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 25 июндә, башлыса аяҙ була. Термометр бағанаһы көндөҙ +22, төндә +12 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.

Кесаҙнала, 26 июндә, болотло булыуы, ямғыр, ваҡыты менән ҡойма ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +19, төндә +15 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас