

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында аҙна аҙағы ямғырлы һәм һалҡынса була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 27 июндә, болотло була, көн дауамында ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +20, төндә +14 градус тәшкил итә. Ел көньяҡтан секундына 5-6 м тиҙлектә иҫә.
Ял көндәрендә, 28, 29 июндә, шулай уҡ болотло була, ямғыр яуа. Термометр бағанаһы көндөҙ +17...+18 градус күрһәтһә, төндә +13 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ел башлыса төньяҡ-көнбайыштан секундына 3-5 м тиҙлектә иҫә, тип прогнозлай синоптиктар.