Һауа торошо Погода
30 Июнь 2025, 03:20

Күк күкрәп, ямғыр яуа

Ейәнсура районында июль айының тәүге көндәренә һауа торошо прогнозы

Күк күкрәп, ямғыр яуаКүк күкрәп, ямғыр яуа
Күк күкрәп, ямғыр яуа

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә ямғыр яуа, күк күкрәй.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 30 июндә, аяҙлы-болотло була, төндә бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +23, төндә +18 градус тәшкил итә. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан, еңелсә.

Иртәгә, 1 июлдә, болотло була, ямғыр яуа, күк күкрәй. Термометр бағанаһы көндөҙ +21 градус күрһәтһә, төндә +14 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ел башлыса көньяҡтан секундына 3-5 м тиҙлектә иҫә, тип прогнозлай синоптиктар.

Шаршамбыла, 2 июлдә, аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +23, төндә +13 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас