Бер аҙ ямғыр яуа

Ейәнсура районында киләһе көндәргә һауа торошо прогнозы

Бер аҙ ямғыр яуаБер аҙ ямғыр яуа
Бер аҙ ямғыр яуа

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә башлыса яуым-төшөмһөҙ була.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 3 июлдә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +25 градус булһа, төндә +14 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көньяҡтан, еңелсә.

Иртәгә, 4 июлдә, аяҙлы-болотло булыуы, көндөҙ бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +21, төндә +15 градус күрһәтә. Ел башлыса көнбайыштан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.

Шәмбелә, 5 июлдә, аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +26, төндә +17 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас