Ҡапыл эҫетә

Ейәнсура районында киләһе көндәргә һауа торошо прогнозы

Ҡапыл эҫетәҠапыл эҫетә
Ҡапыл эҫетә

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе аҙнала һауа температураһы +32 градусҡа эҫетә.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн һәм иртәгә, 6 һәм 7 июлдә, аяҙлы-болотло була, бөгөн ямғыр яуа, иртәгә яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы көндөҙ +22 градус булһа, төндә +11 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ел төньяҡ-көнбайыштан һәм төньяҡтан, еңелсә.

Шаршамбынан алып аҙна аҙағына тиклем аяҙ һәм эҫе булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ 8 июлдә + 26, 9 июлдә +29, 10 июлдә +31, аҙна аҙағында +32 градусҡа тиклем күтәрелә, төндәрен +17...+20 градус күрһәтә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас