

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында 31 градус эҫе була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 9 июлдә, аяҙлы-болотло була, яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы көндөҙ +27 градус булһа, төндә +16 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ел төньяҡтан, еңелсә.
Иртәгә, 10 июлдә, аяҙлы-болотло булыуы, көндөҙ бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +31, төндә +19 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.
Йома көндө, 11 июлдә, аяҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +31, төндә +18 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.