

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында аҙна аҙағында һауа температураһы түбәнәйә.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 12 июлдә, башлыса аяҙ була, көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +29 градус булһа, төндә +14 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ел төньяҡ-көнбайыштан һәм төньяҡтан секундына 3-5 м тиҙлектә иҫә.
Киләһе ике көндә, 13 һәм 14 июлдә, аяҙ һәм яуым-төшөмһөҙ була. Термометр бағанаһы көндөҙ +25, төндәрен +13 градус күрһәтә, тип прогнозлай синоптиктар.