

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә Ейәнсура районында аяҙ һәм яуым-төшөмһөҙ була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 15 июлдә, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +26, төндә +14 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.
Иртәгә, 16 июлдә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +28, төндә +17 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.
Кесаҙнала, 17 июлдә, аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +29, төндә +18 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.